Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↓

EUR 61.96 ↓

28 март, Шишәмбе

Уфа   °

БР Иҡтисади үҫеш министрлығы Башҡортостан-Ҡытай дуҫлығы йәмғиәте менән килешеү төҙөнө

Иҡтисад

БР Иҡтисади үҫеш министрлығы «Башҡортостан-Ҡытай дуҫлығы йәмғиәте» коммерцияға ҡарамаған партнерлығы менән килешеү төҙөнө. Документҡа төбәктең иҡтисади үҫеш министры Александр Марьин һәм коммерцияға ҡарамаған партнерлыҡ идараһы рәйесе Рәфил Ғәрифуллин ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр иттеләр министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтенән.

Килешеү ике республика араһында иҡтисади, фәнни-техник һәм мәҙәни бәйләнештәрҙе һәр яҡлап үҫтереү буйынса берлектәге эшмәкәрлекте күҙ уңында тота.

— Тышҡы сауҙаны үҫтереү һәм инвестициялар йәлеп итеү ҡеүәһен арттырыу маҡсатында берлектә конференциялар, семинарҙар, күргәҙмәләр үткәрергә планлаштырабыҙ, — тине БР Иҡтисади үҫеш министрлығы башлығы. – Бындай хеҙмәттәшлек Башҡортостан Республикаһында тормошҡа ашырылған инвестиция проекттарын финанслауға Ҡытай компанияларын йәлеп итеү мөмкинлеген бирер, тип ышанабыҙ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть