11 декабрь, Йәкшәмбе

31 ғинуар 2013 йыл, 10:15

Башҡортостан Президенты «ВИМ-АВИА» башлығы менән «Өфө» аэропортын үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе

автор: Галина Бахшиева | фото: Олег Яровиков

Шаршамбы, 30 ғинуарҙа, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «ВИМ-АВИА» компаниялар төркөмө башлығы Рашид Мурсекаев менән һөйләшеүҙәр үткәрҙе, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Осрашыуҙа «Өфө» халыҡ-ара аэропортында төп авиакомпания булдырыу мәсьәләләре тикшерелде.

— «Өфө» аэропорты яҡшы үҫешә, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – 2012 йылда ул ике миллионға яҡын пассажирҙы хеҙмәтләндергән. Был яҡшы һөҙөмтә. Әлбиттә, төп авиакомпания булһа, һөҙөмтәләр күпкә юғарыраҡ булыр ине.

Яҡын арала халыҡ-ара терминал төҙөй башлау планлаштырыла, сөнки сәғәтенә 200 пассажирҙы хеҙмәтләндергән бөгөнгө терминал заманса талаптарға яуап бирмәй. Буласаҡ терминал сәғәтенә 500 кешене хеҙмәтләндерәсәк, был ҙур сираттарҙан ҡотолорға ярҙам итәсәк.

Шулай уҡ «Өфө» аэропорты биләмәһендә ҙур самолеттар ҡуйыу өсөн перрон төҙөү планлаштырыла.

— Был бик перспективалы эш, — тип белдерҙе Башҡортостан Президенты. – Ул беҙгә илдә алдынғы позициялар биләргә ярҙам итәсәк. Бынан тыш, осоу-ултырыу полосаларын реконструкциялайбыҙ. Быларҙың барыһы ла ҙур аэропорт төҙөү өсөн шарттар булдырасаҡ.

«ВИМ-АВИА» компаниялар төркөмө башлығы Рашид Мурсекаев һөйләүенсә, 2012 йылда Башҡортостан етәкселеге менән һөйләшеүҙәр үткәргәндән һуң, пассажирҙар ташыуҙы артабан үҫтереү, атап әйткәндә, «Өфө» аэропорты аша пассажирҙар ағымын арттырыу мәсьәләләре әүҙем тикшерелә башлаған. Һүҙ, тәү сиратта, төбәк эсендә һәм төбәк-ара пассажирҙар ташыу хаҡында бара.

— Респубиканан хеҙмәттәштәребеҙ менән был мәсьәләне хәл итеү юлдарын асыҡларға тырыштыҡ. «Башкортостан Эйр» авиакомпанияһының устав капиталын арттырыу варианты тикшерелде, бындай алым ярҙамында самолеттар паркын ҙурайтырға булыр ине, — тип хәбәр итте Рашид Мурсекаев.

Бынан тыш, компания пассажирҙар ташыу баҙарының ике секторында ла булһын өсөн, төбәк-ара һәм алыҫ араларға рейстар ойоштороу иҫәбенә маршруттар селтәрен үҫтереү варианттары тикшерелде. Шулай уҡ самолеттар паркын яңыртыу һәм ҙурайтыу планы әҙерләнде.

2012 йыл йомғаҡтары буйынса «ВИМ-АВИА» компаниялар төркөмөнә ингән «Башҡортостан» авиакомпанияһы 494 мең пассажирҙы хеҙмәтләндергән. 2011 йыл менән сағыштырғанда, был 15 процентҡа күберәк.

Рашид Мурсекаев һүҙҙәренсә, самолеттар паркы ҙурайтылмаһа ла, 2012 йылда компанияның керем күләме 54 процентҡа артҡан.

Бынан тыш, былтыр яңы йүнәлеш – геодезия, картография һәм төҙөлөш өсөн аэрофотосъемка һәм аэрофотография һүрәттәрен эшкәртеү буйынса хеҙмәттәр күрһәтеү әүҙем үҫтерелә башланы .