9 декабрь, Йома

30 ғинуар 2013 йыл, 16:55

Рөстәм Хәмитов: «Яңы программалар дәүләт активтары менән идара итеүҙең яңы идеологияһын билдәләй»

автор: Эльвира Латипова | фото: Олег Яровиков

Төбәктә ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәрен үҫтереү программаһын тормошҡа ашырыу иҫәбенә Башҡортостан Хөкүмәте республика бюджетының һалымға ҡарамаған табышын ярайһы уҡ арттырырға иҫәп тота. Яңы программа проекты шаршамбы, 30 ғинуарҙа, БР Хөкүмәте ултырышында тикшерелде.

Был документтың айырым өлөшө – Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә Рәсәй Федерацияһының географик мәғлүмәттәре инфраструктураһын булдырыу һәм үҫтереү программаһы ла ентекле тикшерелде.

Программалар 2018 йылға тиклем иҫәпләнгән.

Былтыр дәүләт һәм муниципаль мөлкәтте файҙаланыуҙан һәм һатыуҙан республиканың тупланған бюджетына 12 миллиард һум аҡса һалынған. Сумманың яртыһы ер участкаларын һәм торлаҡҡа ҡарамаған фонд объекттарын ҡуртымға алыусыларҙан йыйып алынған.

Урындағы бюджеттарҙың һалымға ҡарамаған табышының яртыһынан күберәге ер участкаларын ҡуртымға биреү иҫәбенә формалаша. Шул уҡ ваҡытта республикала өс меңгә яҡын ер участкаһына файҙаланыу хоҡуҡтары теркәлмәгән, тимәк, улар бюджетҡа килем килтермәй.

— Ер участкаларын һөҙөмтәһеҙ ҡулланыуға юл ҡуйырға ярамай, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов.

Дәүләт милке менән идара итеүҙән иҡтисади табышты арттырыу буйынса йәнә бер сара – рентабелле булмаған дәүләт унитар предприятиеларын хосусилаштырыу.

Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, былтыр 184 дәүләт унитар предприятиеһынан республика 90 миллион һум килем алған, шул уҡ ваҡытта 101 акционерҙар йәмғиәте республика ҡатнашлығында өс миллиард һум аҡса килтергән.

БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы дәүләт унитар предприятиеларын үҙгәртеп ҡороу һәм оптималләштереү тураһында тәҡдимдәр әҙерләгән. Ноябрҙә БР Хөкүмәте ултырышында 2013 йылға дәүләт милкен хосусилаштырыу прогноз планына йәнә 12 хужалыҡ йәмғиәте акцияларының дәүләт пакеттарын индереү тураһында ҡарар ҡабул ителде.

— Дәүләт милке менән идара итеү һөҙөмтәлелеген арттырыу һәм унан бюджетҡа тотороҡло табыш алыу беҙҙең өсөн мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. Бөгөн был өлкәләге күп ресурстар файҙаланылмай ҡала, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Төбәктең ер һәм мөлкәт комплексы менән идара итеүҙе шулай уҡ мәғлүмәт ресурстарын үҫтереү иҫәбенә камиллаштырырға була. Башҡортостан географик мәғлүмәттәр инфраструктураһының төбәк моделен булдырыу буйынса пилот проектына индерелде. Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, бөгөнгө көндә беҙҙә һанлы картография системаһы булдырылған, ГЛОНАСС системаһын файҙаланып, берҙәм координаттар киңлеге формалаштырылған, ауылдарҙың карталары һәм пландары төҙөлгән. Был маҡсаттарға федераль һәм республика бюджеттарынан ярты миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Был эш 2003-2012 йылдарға иҫәпләнгән «Дәүләт ер кадастрын һәм күсемһеҙ милек объекттарының дәүләт иҫәбен алып барыуҙың автоматлаштырылған системаһын булдырыу» республика маҡсатлы программаһы сиктәрендә башҡарылған.

— Элекке программа тамамланды, бөгөн республикала географик мәғлүмәттәр инфраструктураһын үҫтереү буйынса яңы программа ҡабул итәбеҙ, — тип хәбәр итте Президент. – Был программа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Федераль дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография хеҙмәте араһында төҙөлгән үҙ-ара килешеп эш итеү тураһындағы килешеүгә ярашлы тормошҡа ашырыласаҡ.

Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, Хөкүмәттә тикшерелгән программалар «күпселек йәһәттән дәүләт активтары менән идара итеүҙең яңы идеологияһын билдәләй».