3 декабрь, Шәмбе

30 ғинуар 2013 йыл, 14:55

Салауат ҡалаһы депутаттары инвалид балаларға ярҙам күрһәтә

автор: Арина Рәхимҡолова

Салауатта ҡала хакимиәте башлығы Фәрит Ғилманов ҡушыуы буйынса ауырыу балаларға ярҙам итеү маҡсатында Советтың һәр депутатына инвалид балалар беркетелде.

Шулай итеп, мәҫәлән, Әҙилә Усманова һәм Ислам Әмиров өсөн депутаттар кәрәкле дарыу препараттары һатып алды.

— «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы»ның урындағы бүлексәһендә был йола алты йыл дауамында йәшәп килә. Яңы йыл байрамдары һәм Инвалидтар көнө алдынан әҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән, етем һәм инвалид балаларға бүләктәр һатып алынды. Был йоланы дауам итеп, йылдан-йыл мохтаждарға күберәк ярҙам күрһәтергә теләйбеҙ. Бындай хәйриә сараларында ҡатнашырға теләгән кешеләр һаны ла йылдан-йыл арта бара, — тине «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы»ның Салауат ҡалаһындағы бүлексәһе етәксеһе Михаил Васильев.