Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

«Дуҫлыҡ моңо» фестиваленең төп призы - автомобиль

Йәмғиәт

«Дуҫлыҡ моңо-2013» халыҡ-ара конкурсында еңеүсе автомобиль аласаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бәйге быйыл Нефтекама ҡалаһында 4-6 апрелдә үтә, әлеге ваҡытта беренсе һайлап алыу турына заявакалар ҡабул ителә.

«Башинформ» агентлығы алдан хәбәр итеүенсә, конкурста 16-35 йәштәрҙәге үҙешмәкәр башҡарыусылар, шулай уҡ музыка училищеларының вокал бүлегендә белем алған беренсе һәм икенсе курс студенттары ҡатнаша ала. Бәйгелә Башҡортостан, Татарстан, Удмуртия республикалары, Һамар, Төмән, Ырымбур, Силәбе өлкәләре, Пермь крайы, Ханты-Манси автономиялы округынан йәш йырсыларҙың ҡатнашыуы көтөлә.

Конкурста ҡатнашыу өсөн заявкаларҙы һәм башҡарыласаҡ әҫәрҙәрҙең фонограммаларын 2013 йылдың 20 мартына тиклем Республика халыҡ ижады үҙәгенең электрон почтаһына (gukrcnt@mail.ru) ебәреү мотлаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть