10 декабрь, Шәмбе

30 ғинуар 2013 йыл, 12:53

Башҡортостанда йәштәр өсөн «Һин - эшҡыуар» федераль программаһы старт ала

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостанда йәштәр өсөн «Һин — эшҡыуар» федераль программаһы старт ала. Республикала үҙ эштәрен булдырырға йәки үҫтерергә теләгән йәштәр программала ҡатнашыу өсөн заявкалар бирә башлаған да инде.

Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, проект Рәсәйҙең 40-тан ашыу төбәгендә тормошҡа ашырыла. Бөгөнгө көндә унда меңгә яҡын йәш кеше ҡатнаша һәм биш меңдән ашыу кеше үҙенең бизнесын асҡан.

Программала йәшәү урыны буйынса Башҡортостанда теркәлгән, үҙ эшен асырға теләгән, шулай уҡ әлеге ваҡытта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән һәм бизнесын үҫтерергә теләгән 14-30 йәштәрҙәге кешеләр ҡатнаша ала.

«Һин — эшҡыуар» тураһында тулыраҡ мәғлүмәт алыу һәм унда ҡатнашыуға заявка биреү өсөн Начни.Сейчас.рф сайтына инергә була.