Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә 150 миллиард һумға яҡын суммаға 86 инвестиция проекты тормошҡа ашырыла

Иҡтисад

Өфөлә 149,2 миллиард һум суммаға 86 инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. 2013 йылдың 1 ғинуарына ҡарата бындай мәғлүмәт менән шишәмбе, 29 ғинуарҙа, баш ҡала мэрияһында үткән матбуғат конференцияһында Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Альбина Йосопова таныштырҙы.

Инвестиция проекттары буйынса булдырыласаҡ эш урындарының дөйөм һаны 17,8 мең берәмек тәшкил итә. Бынан тыш, 60 проект әлегә әҙерләү стадияһында. Уларға ярашлы, инвестициялар күләме яҡынса 93,2 миллиард һум тәшкил итәсәк, 8,5 мең эш урыны булдырыласаҡ.

Альбина Йосопова билдәләүенсә, Өфөлә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары булған дәүләт башлыҡтары Советы ултырышын һәм БРИКС дәүләттәре һәм хөкүмәттәре башлыҡтарының осрашыуын үткәреүгә әҙерлек эштәре былтыр уҡ башланған.

— Был саммиттар Өфө өсөн оло әһәмиәткә эйә. Улар ҡаланың инфраструктураһын үҫтереүгә һәм инвестициялар йәлеп итеүгә өҫтәмә көс бирәсәк, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Альбина Сәғит ҡыҙы.

Матбуғат конференцияһында шулай уҡ Өфө хакимиәтендәге тышҡы иҡтисади бәйләнештәр бүлегенең быйыл ШОС һәм БРИКС илдәренә бер нисә сәфәре планлаштырылыуы хаҡында хәбәр ителде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть