7 декабрь, Шаршамбы

30 ғинуар 2013 йыл, 11:35

Рәсәйҙең спорт министры Виталий Мутко БР Хөкүмәте вице-премьеры Марат Мәһәҙиев менән осрашты

автор: "Башинформ"

Көн элгәре Рәсәйҙең Спорт министрлығында РФ спорт министры Виталий Мутконың БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев менән осрашыуы үтте.

Марат Мәһәҙиев осрашыу йомғаҡтары буйынса РФ Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенә интервьюһында хәбәр итеүенсә, физик культура һәм спорт мәсьәләләренә контроллек иткән вице-премьер вазифаһына ул яңыраҡ тәғәйенләнгән, шуға күрә Рәсәй Федерацияһының спорт министры менән танышып, уның менән төбәктә тармаҡты үҫтереү мәсьәләләрен тикшереүҙе үҙенең бурысы тип һанаған.

«Виталий Леонтьевич беҙҙе яҡшы белә, — тип билдәләне Марат Мәһәҙиев. – Республикала спорт йүнәлеше ярайһы уҡ яҡшы үҫешкән. Үткән йылда һәм ағымдағы йыл башында беҙҙә бер нисә ҙур сара үткәрелде. Атап әйткәндә, хоккей буйынса йәштәр командалары араһында донъя чемпионаты, унда Рәсәйҙең йыйылма командаһы бронза миҙалдар яуланы. Һәм киләсәккә лә пландар ҙур».

«Рәсәй олимпиясылары һәм паралимпиясылары араһында Башҡортостандан спортсылар әҙ түгел, — тип дауам итте вице-премьер. – Мәҫәлән, Лондонда үткән һуңғы Паралимпиаданан беҙҙең атлеттар ун ике алтын миҙал менән ҡайтты. Улар өсөн Өфөлә Паралимпия үҙәге төҙөлә, был мәсьәләне спорт министры менән тикшерҙек. Әлеге объекттың республика өсөн генә түгел, тотош илдең спорт берләшмәһе өсөн бик мөһим булыуын аңлайбыҙ».

Вице-премьер юғары ҡаҙаныштар спорты вәкилдәренә социаль ярҙам саралары тураһында һөйләне. Бындай саралар Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән ҙур халыҡ-ара ярыштар чемпиондарын һәм призерҙарын ҡеүәтләү маҡсатында тәҡдим ителде.

Бынан тыш, Марат Мәһәҙиев федераль министрға «2006-2015 йылдарға Рәсәй Федерацияһында физик культураны һәм спортты үҫтереү» федераль маҡсатлы программаһы сиктәрендә Күмертауҙа һәм Миәкә районында быйыл сафҡа индереләсәк ике физкультура-һауыҡтырыу комплексы тураһында һөйләне. Осрашыу барышында Башҡортостанда шорт-трек йүнәлешен үҫтереү мәсьәләһе ҡаралды. Йәйге спорт төрҙәре лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Шулай итеп, «Өфө» футбол клубының мөмкинлектәре тикшерелде.

Осрашыуҙа шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәт Аппаратының Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм буйынса департаменты директоры Александр Никерин ҡатнашты.