10 декабрь, Шәмбе

30 ғинуар 2013 йыл, 11:11

«Ижтимағи электрон гәзит» уҡыусыларының һорауҙарына Светлана Мәрүәрова яуап бирә

автор: Сергей Захаров

30 ғинуарҙа «Ижтимағи электрон гәзит» (www.i-gazeta.com) сайтында Федераль ҡаҙналыҡтың Башҡортостан буйынса Идаралығы етәксеһе Светлана Мәрүәрованың онлайн-конференцияһы бара.

Урындағы ваҡыт менән 11-ҙән 12-гә тиклем «Ижтимағи электрон гәзит» сайтына ингән һәр кеше, «Һорау бир!» бүлегендәге тейешле форманы тултырып, уға мөрәжәғәт итә ала.

Интернет ҡулланыусылар өсөн i-gazeta.com сайтынан видеотрансляция «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең техник ярҙамында бойомға ашырыла.

Светлана Мәрүәрованың интернет-берләшмә менән аралашыуы «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында һәм «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының яңылыҡтар теҙмәһендә лә сағылыш табасаҡ.

Рендеринг һәм конвертациянан һуң «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында онлайн-конференциянан тулы видеоотчет биреләсәк.