Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.14 ↑

EUR 67.14 ↓

23 июнь, Йома

Уфа   °

Баш ҡалала йыл эсендә 140 яңы сауҙа объекты төҙөлгән

Иҡтисад

2012 йылда Өфөлә 140 яңы сауҙа объекты файҙаланыуға тапшырылған, уларҙың дөйөм майҙаны 96 мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта 2200 яңы эш урыны булдырылған. Бындай мәғлүмәт менән шишәмбе, 29 ғинуарҙа, муниципалитетта үткән матбуғат конференцияһында Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Альбина Йосопова таныштырҙы.

Башҡортостан баш ҡалаһында сауҙа объекттары майҙандары менән тәьмин ителеш бер мең кешегә 1010 квадрат метрҙан ашыу тәшкил итә. Норма буйынса иһә был һан 903 квадрат метрға тиң. Тимәк, күрһәткестәр Башҡортостан Хөкүмәте менән билдәләнгән минималь кимәлдән юғарыраҡ, был һатып алыусылар өсөн өҫтәмә уңайлыҡтар булдыра.

Өфө предприятиеларының ваҡлап сауҙа итеү әйләнеше йыл йомғаҡтары буйынса 367 милиард һум тәшкил итергә тейеш. 2011 йыл кимәленә ҡарата был сағыштырмаса хаҡтарҙа 4 процентҡа күберәк булырға тейеш. Эшмәкәрлектең бөтә төрҙәре буйынса дөйөм йомғаҡ яһалмаған әле.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть