Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.93 ↑

EUR 61.25 ↓

28 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә халыҡтың тәбиғи артыуы – 3538 кеше

Йәмғиәт

Өфөлә ыңғай демографик тенденция һаҡлана. Башҡортостан баш ҡалаһында тыуым 8,8 процентҡа артҡан, үлем 2,4 процентҡа кәмегән. Халыҡтың тәбиғи артыуы күҙәтелә. 2012 йылдың ғинуар-ноябрь айҙары йомғаҡтары буйынса бындай мәғлүмәттәр менән шишәмбе, 29 ғинуарҙа, мэрияла үткән матбуғат конференцияһында ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Альбина Йосопова таныштырҙы.

Уның һүҙҙәренсә, үткән йылдың 11 айында Өфөлә 14949 сабый тыуған. 2011 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, был 1208 балаға күберәк. Халыҡтың тәбиғи артыуы 3538 кеше тәшкил иткән.

Альбина Йосопова фекеренсә, демографияла күҙәтелгән ыңғай тенденция тәү сиратта ҡала халҡының йәшәү кимәле яҡшырыуы һәм социаль өлкәнең уңышлы үҫешеүе һөҙөмтәһе булып тора. 2012 йыл йомғаҡтары буйынса тыуым күрһәткестәре 16 меңдән ашасаҡ, тип көтөлә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть