8 декабрь, Кесе йома

29 ғинуар 2013 йыл, 15:59

Зөһрә Рәхмәтуллина Халыҡ-ара мәғариф симпозиумының ойоштороу комитеты составына инде

автор: Ғәлиә Нәбиева

Дәүләт Думаһының Мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина VII «Донъяуи белем биреү киңлегендә мәҙәниәт һәм сәнғәт юғары уҡыу йорттары: Евразия мәҙәниәт-ара коммуникациялар традициялары һәм хәҙерге заман» халыҡ-ара симпозиумының ойоштороу комитеты ултырышында ҡатнаша. Форум бөгөн, 29 ғинуарҙа, Истанбулда башланды.

Симпозиум донъяның төрлө илдәрендә 2007 йылдан башлап үткәрелә. Мәҙәни элитаның яңы быуынын глобалләшә барған донъяның мәҙәниәт-ара коммуникациялар киңлегендә эшмәкәрлек алып барыуға әҙерләү процестарын һәр яҡлап ғилми нигеҙҙә өйрәнеү сараның төп маҡсаты булып тора. Форум ярҙамында Евразия мәҙәниәт-ара коммуникациялар традициялары үҫеш ала. Һуңғылары, үҙ сиратында, мәҙәниәттәрҙең бер-береһен байытыуына, илдәр һәм халыҡтар араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә, этномәҙәни конфликттарҙы хәл итеүгә булышлыҡ итә.

Рәсәй Федерацияһында 90 мәҙәниәт һәм сәнғәт юғары уҡыу йорто эшләп килә. Улар иҫәбендә Рәсәйҙең алдынғы ижади юғары уҡыу йорттарының береһе – З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы ла бар.

Ойоштороу комитеты эшмәкәрлеге сиктәрендә ҡатнашыусыларҙың Рәсәй Федерацияһының Төркиә Республикаһындағы илсеһе Владимир Ивановский һәм Төркиә Бөйөк Милли Йыйылышының Тышҡы мәсьәләләр буйынса комитеты рәйесе Волкан Бозкыр, шулай уҡ Мимар Синан исемендәге Сәнғәт университеты студенттары һәм уҡытыусылары менән осрашыуы планлаштырылған.