4 декабрь, Йәкшәмбе

29 ғинуар 2013 йыл, 15:04

Өфөлә «Башҡортостан баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы-2013» конкурсы старт ала

автор: Розалия Вәлиева

XVI «Башҡортостан баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы-2013» һәм  IX «Башҡортостан баш ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2013» ҡала конкурстарын асыу тантанаһы 31 ғинуарҙа «Новатор» балалар ижады йортонда үтә.

Бәйгенең мәктәп һәм район этаптары 2012 йылдың ноябрь-декабрь айҙарында үтте. «Башҡортостан баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы-2013» конкурсында 31 педагог ҡатнаша. 15 башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы араһынан да иң яҡшылары һайлап алынасаҡ. Уҡытыусылар класс сәғәттәрен үткәреүҙә, лекциялар, түңәрәк өҫтәлдәр ойоштороуҙа һәм башҡа ижади бәйгеләрҙә үҙ оҫталыҡтарын күрһәтәсәк, тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтенән. Иң яҡшы педагогтарҙы исемдәре 2013 йылдың 21 февралендә биләле була.

16 йыл эсендә һөнәри бәйгеләрҙә йәмғеһе ике меңдән ашыу педагог ҡатнашҡан, 50-нән ашыу уҡытыусы еңеүсе булған.

темалар: мәғариф