10 декабрь, Шәмбе

29 ғинуар 2013 йыл, 14:42

Баш ҡалала Рудольф Нуриев тураһында документаль фильм күрһәтеләсәк

автор: "Башинформ"

Санкт-Петербургта «Рудольф Нуреев: мятежный демон» документаль фильмының премьераһы үтте, тип хәбәр итә «Татар-информ» мәғлүмәт агентлығы. Был кино бөтә донъяла танылыу яулаған бейеүсенең яҙмышы тураһындағы нәфис фильм һәм сериал өсөн нигеҙ булып торасаҡ.

Презентация барышында кино продюсерҙары хәбәр итеүенсә, әлеге ваҡытта продюсерҙар төркөмө РФ Мәҙәниәт министрлығына өлөшләтә финанслау өсөн заявка әҙерләй, шул уҡ ваҡытта Франция һәм Бөйөк Британия продюсерҙары менән килешеүҙәргә өлгәшелгән.

Киң мәғлүмәт сараларында алдан хәбәр ителеүенсә, Гай Ричи фильмдары продюсеры Труди Стайлер ҙа Рудоль Нуриев тураһында нәфис фильм әҙерләй.

Ойоштороусылар һүҙҙәренсә, Нуриев тураһынағы документаль таҫмала уникаль кадрҙар бар. Бейеүсе тормошо траһында уның дуҫтары һәм хеҙмәттәштәре һөйләй, материал хронологик тәртиптә түгел, ә хәтирәләр аша тәҡдим ителә. Санкт-Петербургтан һуң, фильм Мәскәү, Өфө, Ҡазан, Париж, Лондон ҡалаларында һәм Монакола күрһәтеләсәк.