Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98

EUR 62.04

1 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнеше ғинуар-ноябрь айҙарында 12,6 миллиард доллар тәшкил итте

Иҡтисад

Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнеше 2012 йылдың ғинуар-ноябрь айҙары йомғаҡтары буйынса 12551,2 миллион доллар тәшкил итте. Башҡортостанстат мәғлүмәттәре буйынса, 2011 йыл менән сағыштырғанда, был 99,9 процентҡа тиң.

Статистиктар тауарҙар экспортының йыл эсендә 2,7 процентҡа кәмеүен, импорттың 31,1 процентҡа артыуын билдәләй. 11 ай йомғаҡтары буйынса тауарҙар экспорты – 11284 миллион доллар, импорт 1267,2 миллион доллар менән баһалана.

Республикала етештерелгән һәм алыҫ сит илдәргә сығарылған тауарҙар суммаһы 9310,2 миллион доллар тәшкил итә. БДБ илдәренә 1973,8 миллион доллар суммаға тауар йүнәлтелгән.

Алыҫ сит илдәр импорт статистикаһында ла өҫтөнлөк итә: 947,2 миллион доллар. БДБ илдәренән республикаға 320 миллион доллар суммаға тауар индерелгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть