Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 60.45 ↑

23 февраль, Кесе йома

Уфа   °

«Яҡташтар» проекты һәр йортҡа киләсәк

Сәйәсәт

Башҡортостанда «Яҡташтар» проектын тормошҡа ашырыу дауам итә. Әлеге ваҡытта уны ғәмәлләштергән йәмәғәт эшмәкәрҙәре яңы кимәлгә күсте – был эшкә киң йәмәғәтселекте йәлеп итеү маҡсатында активистар проектта ҡатнашыусыларҙың анкеталарын һәр йортҡа еткерә башланы, тип һөйләне «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк Башҡарма комитеты етәксеһе Альберт Мифтахов.

— Проектҡа күберәк кешеләрҙе йәлеп итергә теләйбеҙ, — тип хәбәр итте партия лидеры. – Шуға күрә проектта ҡатнашыусыларҙың анкеталарын һәр йортҡа еткереп, уларҙы тултырылған килеш кире алырға ҡарар иттек. Был эште башҡарыу өсөн беҙҙә ярҙамсылар төркөмө булдырылды. Анкета бик ябай, ике өлөштән тора: «Тарихи шәхестәр» һәм «Замандаштар». Һәр категорияла өсөшәр исем атарға була.

«Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк Башҡарма комитеты етәксеһе хәбәр итеүенсә, проектты тормошҡа ашырыу буйынса эшмәкәрлек республикала әүҙем алып барыла.

— Барлыҡ мөмкинлектәрҙе файҙаланып, халыҡҡа проект, уның маҡсаттары тураһында һөйләнек, — тип билдәләне Альберт Мифтахов. — «Яҡташтар» тип аталған гәзиттең махсус сығарылышында анкета бланкын баҫтырҙыҡ. Уны ҡырҡып алып, үҙ аллы тултырып, махсус йәшниккә төшөрөргә була ине. Бындай йәшниктәрҙе һәр районда урынлаштырҙыҡ. Бынан тыш, айырым сайт булдырылды. Унда электрон төрҙә анкета тултырырға мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть