11 декабрь, Йәкшәмбе

29 ғинуар 2013 йыл, 11:45

Өфө мэрияһы төҙөүселәр менән файҙаланылмаған ер участкаларын кире ҡайтара

автор: Эльвира Латипова

Өфөлә тәғәйенләнеше буйынса файҙаланылмаған ер участкаларын бушатыу буйынса 10 ғариза бөгөнгө көндә судтарҙа ҡарала. Баш ҡала хакимиәте мәғлүмәттәре буйынса, дүрт участка – күп фатирлы торлаҡ йорттар, алтауһы башҡа объекттар төҙөү өсөн бүленгән булған.

Бушатыласаҡ ер участкаларының дөйөм майҙаны 248,6 мең квадрат метр тәшкил итә. Шуларҙың яҡынса 217 мең квадрат метры торлаҡ төҙөлөшө өсөн бүленгән ине.

«Ташландыҡ биләмәләр ҡала пейзажын боҙа, бүленгән участкаларҙы һөҙөмтәле ҡулланмау иҡтисади хәлгә, бюджетҡа кире йоғонто яһай, — тиелә мэрия менән әҙерләнгән мәғлүмәттә. – Был осраҡта, әгәр ҡуртымға алыусыларҙың төҙөлөштө кисектереүгә етди сәбәбе булмаһа, муниципалитет ер участкаларын кире ҡайтарырға мәжбүр. Был суд аша эшләнә».