9 декабрь, Йома

29 ғинуар 2013 йыл, 11:09

Рәсәйҙә Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылының иң яҡшы эмблемаһына конкурс иғлан ителде

автор: Галина Бахшиева

РФ Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы Рәсәйҙә Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылының эмблемаһын булдырыуға конкурс иғлан итте.

1 февралдә старт аласаҡ бәйгелә юридик шәхестәр, бөтә төр милек формаһындағы предприятие һәм ойошмалар, шулай уҡ физик шәхестәр һәм йәмәғәт ойошмалары ҡатнаша ала, тип хәбәр ителә министрлыҡ сайтында.

Еңеүселәр конкурс комиссияһы ағзаларының асыҡ тауыш биреүе һөҙөмтәһендә билдәләнәсәк. Бынан тыш, жюри икенсе-бишенсе урын яулаған лауреаттарҙы билдәләйәсәк. Уларға Рәсәй Федерацияһының Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы дипломдары тапшырыласаҡ. Шулай уҡ «Иң үҙенсәлекле эмблема» һәм «Иң рәсми эмблема» номинацияларында дипломдар ҡаралған.

Эштәр 2013 йылдың 15 февраленә тиклем ҡабул ителә. Конкурсҡа йомғаҡ яһау тантанаһы 28 февралдә үтә.

Бәйге буйынса барлыҡ һорауҙарҙы, проекттарҙың электрон төрҙәрен һәм конкурста ҡатнашыуға заявкаларҙы cbi-mpr@mail.ru адресына ебәрергә кәрәк.