11 декабрь, Йәкшәмбе

29 ғинуар 2013 йыл, 10:25

Дүртөйлө районы халҡын юлдар төҙөлөшө мәсьәләһе борсой

автор: Арина Рәхимҡолова

Рәсәй Президентының Башҡортостандағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе белгестәре Дүртөйлө районының Семилетка һәм Иванай ауылдарында халыҡты күсмә ҡабул итеү барышында граждандарҙың 218 мөрәжәғәтен тикшерҙе. Башҡортостандың Прокуратура, Пенсия фонды, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хеҙмәткәрҙәре, юристар халыҡты борсоған һорауҙарға яуап бирҙе.

Семилетка ауылы халҡы өсөн ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү пунктының булмауы киҫкен проблема булып тора. Был мәсьәлә буйынса бер нисә коллектив мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Медицина пунктының булмауы арҡаһында кешеләр үҙҙәрен-үҙҙәре дауаларға йәки ҡалаға барырға мәжбүр. Ә был йыш ҡына ауырлыҡтар тыуҙыра. Был мәсьәлә власть вәкилдәре контроленә алынды.

Күп мөрәжәғәттәр торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә тарифтарҙың юғары булыуына бәйле. Граждандарға коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр билдәләү принцибын аңлаттылар.

Юлдар төҙөү, һыу менән тәьмин итеү, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә социаль ярҙам күрһәтеү, пенсия түләү буйынса ла һорауҙар әҙ булманы. Бынан тыш, район халҡы янғындан зыян күргән кешеләргә ер участкалары, торлаҡ биреү ҡағиҙәләре тураһында һорашты. Бер нисә мөрәжәғәт Түбәнге Мансар ауылында көҙгө-ҡышҡы осорҙа йорттарҙы һыу баҫыу мәсьәләһенә ҡағылышлы булды.

Барлыҡ һорауҙар буйынса белгестәр аңлатма һәм консултация бирҙе. 70-тән ашыу мөрәжәғәт Рәсәй Президентының Башҡортостандағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенә контролгә алынды.