6 декабрь, Шишәмбе

29 ғинуар 2013 йыл, 9:37

Башҡортостан вәкилдәре РФ Президенты ҡарамағындағы Эшҡыуарҙар хоҡуҡтары буйынса вәкил янындағы эксперттар советы составына инде

автор: Сергей Захаров

Республиканан өс вәкил – Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаты, парламенттың Гражданлыҡ, енәйәт, арбитраж һәм процессуаль ҡануниәт буйынса комитеты рәйесе Павел Крашенинников, «Рәсәй терәге» ҡарамағындағы Эшҡыуарҙар хоҡуҡтары буйынса вәкил Светлана Халфина һәм «Эшлекле Рәсәй» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының вице-президенты Андрей Назаров Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Эшҡыуарҙар хоҡуҡтары буйынса вәкил янындағы эксперттар советы составына инде. Совет федераль хөкүмәттә булдырылды.

Уларҙан тыш, Дәүләт Думаһының Иҡтисади сәйәсәт, инновацион үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитеты рәйесе Игорь Руденский, Рәсәй Хөкүмәтенең юғары суд инстанцияларындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Барщевский, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса советы ағзаһы Тамара Морщакова, Мәскәүҙең Адвокаттар палатаһы президенты Генри Резник һәм башҡа танылған йәмәғәт эшмәкәрҙәре бизнес берләшмә мәнфәғәттәрен яҡлаясаҡ.

Совет рәйесе итеп Михаил Барщевский һайланды. Уның фекеренсә, суд системаһын реформалаштырыуға йүнәлтелгән саралар әҙерләү һәм уларҙы ҡабул итеүгә булышлыҡ итеү, шул иҫәптән судтарҙың бойондороҡһоҙлоғон тьәмин итеү һәм Енәйәт кодексының яңы редакцияһы өҫтөндә эшләү яңы йәмәғәт органы эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәренең береһе булырға тейеш.