Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов «Рәсәй вертолеттары» компанияһының генераль директоры Дмитрий Петров менән осрашты

Иҡтисад

28 ғинуарҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Рәсәй вертолеттары» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Дмитрий Петров менән «Күмертау авиация производсто предприятиеһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтен үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе. Атап әйткәндә, һүҙ вертолеттар өсөн комплектлаусы изделиелар етештереү буйынса бер нисә яңы компетенция үҙәген һәм инновация производствоһын булдырыу мөмкинлектәре хаҡында барҙы, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Республика Президенты менән был сираттағы осрашыу булды, тип билдәләне осрашыу йомғаҡтары буйынса Дмитрий Петров. Улар һәр ике-өс ай һайын үткәрелә.

— Республика етәкселеген предприятиеларҙа булған үҙгәрештәр менән таныштырабыҙ. Социаль-иҡтисади хәл тураһында һөйләнек. Күпселек йәһәттән был осрашыу оҙайлы сроклы пландарыбыҙға арналды. Улар Күмертауҙағы авиация предприятиеһында компетенция үҙәген булдырыуға бәйле, — тип һөйләне Дмитрий Петров.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть