9 декабрь, Йома

28 ғинуар 2013 йыл, 17:04

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған журналистарҙың иҫтәлеге мәңгеләштереләсәк

автор: Любовь Колоколова

Рәсәй Журналистар союзы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған «Журналистарҙың Хәтер китабы» өсөн материал йыйыу үтенесе менән хеҙмәттәштәренә мөрәжәғәт итә.

«Поклонная тауында урынлашҡан «Бөйөк Ватан һуғышы» үҙәк музейында 1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған «Журналистарҙың Хәтер китабы» һаҡлана. Китапта ни бары 564 исем теркәлгән. (Был исемдәр менән Рәсәй Журналистар союзы сайтында танышырға була). Әммә исемлек тулы түгел. Был эште дауам итергә кәрәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп кенә төбәктәр, илдәр үҙҙәренең өлкәләренән, ҡалаларынан сыҡҡан һәм һуғыш йылдарында һәләк булған журналистарының фамилияларын индермәгән», — тиелә РФ Журналистар союзы сайтында.

Шуға күрә Рәсәй Журналистар союзы һәм Союздың Ветерандар союзы һуғыш йылдарында һәләк булған коллегаларының исемдәрен асыҡлап, уларҙы Мәскәүгә РФ Журналистар союзының Берләштерелгән Ветерандар советына ебәреү үтенесе менән барлыҡ журналистарға мөрәжәғәт итә.

«Башинформ» агентлығына Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков хәбәр итеүенсә, һуғыш йылдарында һәләк булған журналистарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса эш дауам ителәсәк. Улар тураһында мәғлүмәт Мәскәүгә йүнәлтеләсәк.