9 декабрь, Йома

28 ғинуар 2013 йыл, 16:14

Баш ҡалала «Мираҫ» хәйриә фондының презентацияһы үтте

автор: Ғәлиә Нәбиева

Өфөлә «Мираҫ» хәйриә фондының презентацияһы үтте. Яңы фонд традицион промыслаларҙы һәм һөнәрҙәрҙе һаҡлауға һәм үҫтереүгә булышлыҡ итеү маҡсатында ойошторолдо. Сарала һөнәрселәр, артистар, билдәле рәссамдар ҡатнашты.

Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты ҡарамағындағы Дизайн һәм милли мәҙәниәт институтының кафедра мөдире Әлмира Йәнбухтина билдәләүенсә, фонд алдында еңел булмаған бурыстар тора. Халыҡ промыслаларын һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү буйынса барлыҡ пландарҙы тормошҡа ашырыу өсөн Өфөлә Һөнәрҙәр үҙәген булдырыу зарур.

«Мираҫ» хәйриә фондының генераль директоры Илшат Иманғолов һүҙҙәренсә, промыслалар изделиеларын етештереү күләмдәре, рәсми мәғлүмәттәр буйынса ғына, йыл һайын яҡынса 10 процентҡа кәмей. Шуға күрә фонд алдында халыҡ һәм республика промыслаларын үҫтереүгә йүнәлтелгән пландарҙы ғәмәлләштереү бурысы тора.

Презентация сиктәрендә халыҡ промыслалары өлкәһе белгестәре тәжрибә уртаҡлашты, изделиелар йәрминкәһе, төрлө оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.