10 декабрь, Шәмбе

28 ғинуар 2013 йыл, 14:51

БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ҡарамағында Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге хәүефһеҙлеге буйынса комитет эшләйәсәк

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ҡарамағында Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге хәүефһеҙлеге буйынса комитет булдырыласаҡ. Бындай ҡарар БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһында үткән кәңәшмәлә ҡабул ителде. Комитет эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү өсөн  эшҡыуарҙар, эшлекле, ғилми һәм граждандар берләшмәләре, федераль һәм төбәк дәүләт власы органдары һәм урындағы үҙидара органдары араһында конструктив диалог булдырыу маҡсатында ойошторола.

Кәңәшмәлә комитет тураһында мәғлүмәт менән БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вице-президенты Павел Бармин сығыш яһаны, тип хәбәр иттеләр Палатаның матбуғат хеҙмәтенән. Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге хәүефһеҙлеге өлкәһендә ғәмәлдәге ҡануниәтте камиллаштырыуға һәм яңы һөҙөмтәле хоҡуҡи-норматив акттар ҡабул итеүгә, шулай уҡ Рәсәй эшҡыуарҙарының мәнфәғәтен яҡлауға булышлыҡ итеү яңы комитеттың төп маҡсаттары булып тора, тип билдәләне ул. Бынан тыш, айырым эшмәкәрлек йүнәлештәре буйынса эшҡыуарлыҡ структураларына булышлыҡ итеү ҡарала.  

Кәңәшмәлә шәхси (дәүләткә ҡарамаған) детектив һәм һаҡ предприятиелары, Өфөлә һәм республиканың башҡа ҡалаларында урынлашҡан бизнес ассоциациялары, йәмәғәт берләшмәләре вәкилдәре ҡатнашты. Комитет рәйесе итеп «Һаҡсыларҙы социаль яҡлау һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарына булышлыҡ итеү фонды» директоры, Өфө ҡала Советы депутаты Андрей Борисов һайланды.