
Өфө вәкилдәре Ҡазанда «Pianoforum-2013» бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнаша
Көн элгәре Ҡазан дәүләт консерваторияһында III «Pianoforum-2013» бөтә Рәсәй конкурсы старт алды, тип хәбәр итә «Татар-информ» мәғлүмәт агентлығы. Унда юғары һәм урта махсус музыка уҡыу йорттары уҡыусылары һәм студенттары – Рәсәйҙең 20-нән ашыу ҡалаһынан, шул иҫәптән Өфөнән, шулай уҡ Ҡаҙағстан һәм Белоруссиянан йәмғеһе 100-ҙән ашыу йәш музыкант ҡатнаша.
Бәйге Рәсәйҙә иғлан ителгән Германия йылына арнала, шуға күрә һәр ҡатнашыусының программаһында берәр немец композиторы әҫәре булырға тейеш.
Жюри составында – Мәскәү, Ҡазан, Новосибирск, Һарытау консерваториялары, шулай уҡ Өфө сәнғәт академияһы уҡытыусылары.
Конкурс өс көн дауам итәсәк һәм 29 ғинуарҙа тамамланасаҡ.







