11 декабрь, Йәкшәмбе

28 ғинуар 2013 йыл, 12:50

31 ғинуарҙа Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының пленар ултырышы үтә

автор: Людмила Терновая

Кесе йома, 31 ғинуарҙа, республика парламентының 59-сы ултырышы үтә. Көн тәртибе проектында 27 һорау иҫәпләнә. Атап әйткәндә, депутаттар иғтибарына республиканың Дәүләт Йыйылышы рәйесе менән индерелгән «2012 йылда Башҡортостан ҡануниәте торошо тураһында» доклады тәҡдим ителәсәк.

Ултырышта депутаттар 16 закон проектын ҡарарға планлаштыра. Уларҙың һигеҙе һуңғы уҡыуҙа ҡабул ителәсәк. Улар араһында — «Башҡортостан Республикаһы референдумы тураһында»ғы БР законының 1-се статьяһына үҙгәрештәр индереү хаҡында», «Башҡортостан Республикаһында айырыуса һаҡланған тәбиғәт территориялары тураһында»ғы БР законына үҙгәрештәр индереү хаҡында», «Башҡортостан Республикаһында ҡалалар төҙөлөшө эшмәкәрлеген көйләү тураһында»ғы БР законына үҙгәрештәр индереү хаҡында» республика закон проекттары.

«Башҡортостан Республикаһының мировой судьялары тураһында»ғы БР законына үҙгәрештәр индереү хаҡында»ғы, «Башҡортостан Республикаһында хеҙмәт ҡануниәтен һәм хеҙмәт хоҡуғы нормаларын үҙ эсенә алған башҡа норматив хоҡуҡи акттарҙы үтәүгә ведомство тарафынан контроллек итеү тәртибе тураһында»ғы закон проекттары өҫтөндә эш дауам ителәсәк.

Республиканың закон сығарыусылары ете закон сығарыу инициативаһын тәүгә тикшерәсәк. Улар араһында — «Башҡортостан Республикаһы Кодексына үҙгәрештәр инедереү тураһында», «Башҡортостан Республикаһы Ғаилә кодексының 24-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында», «Башҡортостан Республикаһында һунар һәм һунарсылыҡ ресурстарын һаҡлап ҡалыу тураһында»ғы БР законына үҙгәрештәр индереү хаҡында».

Республика парламентының пленар ултырышында шулай уҡ федераль закон проекттары тураһындағы һигеҙ ҡарар проектын тикшереү планлаштырыла.