9 декабрь, Йома

28 ғинуар 2013 йыл, 12:07

Рөстәм Хәмитов банк секторы мөмкинлектәрен файҙаланыу мәсьәләләренә арналған семинар үткәрҙе

автор: "Башинформ"

26 ғинуарҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов БР Милли банкында республика власть органдары етәкселәре менән семинар үткәрҙе. Унда төбәкте социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү буйынса көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн банк секторы мөмкинлектәрен файҙаланыу мәсьәләләре тикшерелде, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, Башҡортостан етәкселеге республикабыҙ бюджетын формалаштырған ресурстарға таянып эшләй. Был яҡынса 145-150 миллиард һум.

— Рәсәй кимәлендә бик ҙур һаналған Башҡортостан Республикаһы банк системаһының беҙҙең менән йәнәш эшләп килеүен һәм үҫешеүен аңлайбыҙ. Банк системаһында кредиттар әйләнеше яҡынса 600 миллиард һум тәшкил итә. Республикабыҙ бюджеты менән сағыштырғанда, был дүрт тапҡырға тиерлек күберәк, — тип билдәләне Башҡортостан Президенты.

Рөстәм Хәмитов иҫәпләүенсә, төбәктә кредит-банк системаһының мөмкинлектәре һөҙөмтәле файҙаланылмай.

— Бер яҡтан, үҙ көсөбөҙгә генә ышаныу, беҙҙең бюджетта формалашҡан билдәле бер сумманың булыуын аңлау яҡшы. Икенсе яҡтан, банк секторы ресурстарына ла мөрәжәғәт итергә тейешбеҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика башлығы.

Президент билдәләүенсә, төҙөлөш секторы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, мәғариф кеүек төп тармаҡтар беҙҙең банктарҙа булған ресурстарҙан файҙаланырға тейеш. Ахыр сиктә, был иҡтисад үҫешен тиҙләтергә һәм Башҡортостан халҡы өсөн өҫтәмә килем алырға мөмкинлек бирәсәк.

Семинарҙа республиканың банк секторы үҫешенә баһа бирелде. Бөгөн төбәктә 96 кредит ойошмаһы эшләй. Әммә уларҙың ни бары 11-е, йәғни 10 проценты ғына республика милкендә. Төбәкә теркәлгән банктар иҫәбе буйынса Башҡортостан илдә – 11-се урында, төбәк банктарының активтар күләме буйынса – 16-сы урында килә.

Банк секторы үҫешә. Дөйөм алғанда кредитлау күләме үткән йылдың башынан алып дүрттән бер өлөшкә тиерлек артҡан.

Шулай уҡ Башҡортостан Президенты, республика илдең ҙур банктары менән партнерлығын киңәйтә, тип һөйләне.

— Туғыҙ ҙур банк менән килешеүҙәр төҙөнөк. Башҡа финанс структуралар, шул иҫәптән сит ил финанс-кредит ойошмалары менән бөтә төп позициялар буйынса мөнәсәбәттәрҙе әүҙемерәк үҫтерергә тейешбеҙ, — тигән бурыс ҡуйҙы республика башлығы.

Рөстәм Хәмитов артабан эш итеүҙең төп йүнәлештәре иҫәбендә инвестициялар йәлеп итеү эшмәкәрлеген әүҙемләштереүҙе атаны.

— Бюджет өлкәһендәге бурыстарға килгәндә, 2018 йылға уҡытыусыларҙың эш хаҡын иҡтисадтағы уртаса эш хаҡы кимәленән һиҙелерлек арттырырға тейешбеҙ. Табиптар буйынса ла шул уҡ маҡсат. Мәҙәниәт, социаль өлкә хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы иҡтисадтағы уртаса кимәлгә етергә тейеш. Бының өсөн беҙгә йәнә 180 миллиард һум аҡса кәрәк. Йәғни тағыла бер бюджет, — тине республика Президенты.

Был маҡсаттарға өлгәшеү өсөн өҫтәмә килем кәрәк.

— 2017-2018 йылдарға 180-200 миллиард һум күләмдәге бюджет кимәленә сығырға тейешбеҙ. Әлегә йылына 10-12 процент үҫеш күҙәтелә. Йылдамыраҡ темптар менән үҫешеү талап ителә.

Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, банк системаһынан тыш ҡаҙнаға бындай күләмдәге килемде йәлеп итеп булмаясаҡ. Республика башлығы үҙ-ара килешеп эш итеү моделен әҙерләргә ҡушты.