8 декабрь, Кесе йома

25 ғинуар 2013 йыл, 17:32

Республикала 2012 йылда 59 меңгә яҡын сабый тыуған

автор: Эльмира Сабирова

2012 йылда Башҡортостанда, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 58707 сабый донъяға килгән. 2011 йыл менән сағыштырғанда, был 2757 балаға күберәк. Балалар үлеме йыл эсендә республикала 15 процентҡа артып, 1000 сабыйға 7,7 промилле тәшкил итте. Уртаса Рәсәй күрһәткесе – 8,8 промилле.

Шул уҡ ваҡытта әсәләр үлеме 2006 йылдан 20 процентҡа тиерлек кәмеп, 2012 йыл йомғаҡтары буйынса 100 мең тере тыуған сабыйға 6,8 промилле тәшкил итте.

Балалыҡ һәм бала табыуға ярҙам итеү саралары хеҙмәтенә былтыр яҡынса 4 миллиард һум (28%) тотонолған, шул иҫәптән учреждениеларҙың матди-техник базаһын нығытыуға 1,9 миллиард һум аҡса киткән. Был йүнәлеш буйынса, атап әйткәндә, Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының бала табыу бүлеген, Республика балалар клиник дауаханаһының неонаталь корпусын, Дыуан районында, Октябрьский ҡалаһында перинаталь үҙәк корпустарын төҙөү тамамлана.

Диспансеризация сиктәрендә яҡынса 840 мең сабый, 58 меңдән ашыу ауырлы ҡатын тикшереү үткән. Балалар шифаханаларында 42 меңгә яҡын сабый дауалау курсы үткән.

БР һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Рәлиҙә Шакирова көн элгәре Өфөлә үткән балалыҡ һәм бала табыуға ярҙам итеү саралары хеҙмәтен ойоштороусыларҙың республика кәңәшмәһендә билдәләүенсә, әсәләр һәм сабыйҙарҙың һаулығын һаҡлау һәм нығытыу; әсәләр, сабыйҙар һәм балалар үлемен кәметеү; район-ара перинаталь үҙәктәр эшмәкәрлеген ойоштороу буйынса эш алып барыу; ауырлы ҡатындар мониторингы системаһын киңәйтеү 2013 йылға төп бурыстар булырға тейеш. Бынан тыш, ата-әсәләрҙә балаларының һаулығы өсөн яуаплылыҡ тойғоһон тәрбиәләү һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау буйынса эш дауам ителәсәк.

темалар: һаулыҡ һаҡлау