Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

Өфө волонтерҙарына хоккей буйынса Донъя чемпионатын үткәреүҙә ярҙам күрһәткәндәре өсөн Рәхмәт хаттары тапшырылды

Йәмғиәт

Көн элгәре Өфөнөң Спот һарайында «Толпар» һәм «Югра мамонттары» (Ханты-Манси) командалары араһында үткәрелгән Йәштәр хоккей лигаһы чемпионаты матчы ваҡытында 2013 йылғы йәштәр командалары араһында хоккей буйынса Донъя чемпионатын ойоштороу һәм үткәреүҙә ярҙам иткән волонтерҙарҙы тәбрикләү тантанаһы үтте. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, турнир Өфөлә 26 декабрҙән 5 ғинуарға тиклем үткәрелде.

Наградлау тантанаһында БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Павел Мөслимов һәм БР «Спорт сараларын ойоштороу һәм үткәреү буйынса идаралығы» автономиялы коммерцияға ҡарамаған берләшмәһе начальнигы Александр Ефимов ҡатнашты. Волонтерҙар ойоштороу комитетының, шулай уҡ Халыҡ-ара хоккей федерацияһының Рәхмәт хаттары, чемпионат символикаһы төшөрөлгән сувенир продукцияһы менән бүләкләнде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть