5 декабрь, Дүшәмбе

25 ғинуар 2013 йыл, 15:26

«Башҡортостан Республикаһында лайыҡлы хеҙмәт» төбәк программаһына ҡул ҡуйылды

автор: Галина Бахшиева | фото: Олег Яровиков

Йома, 25 ғинуарҙа, Башҡортостан Хөкүмәте, төбәктең Профсоюздар федерацияһы һәм республиканың эш тәҡдим итеүселәре берләшмәһе араһында 2025 йылға тиклем иҫәпләнгән «Башҡортостан Республикаһында лайыҡлы хеҙмәт» өс яҡлы программаһына ҡул ҡуйылды.

Документҡа БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рәүф Ноғоманов, БР Профсоюздар федерацияһы рәйесе Әмирхан Сәмерханов һәм БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаров ҡул ҡуйҙы.

БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова билдәләүенсә, Башҡортостанда әҙерләнгән документ лайыҡлы хеҙмәт принциптарын тормошҡа ашырыу һәм үҫтереү буйынса беренсе төбәк программаһы булып тора.

— Социаль-хеҙмәт өлкәһендәге хәлде яҡшыртыу буйынса берлектә саралар үткәреү беҙҙең төп бурыс булып тора. Һөҙөмтәлә улар хеҙмәт етештереүсәнлегенең күтәрелеүенә, тимәк, республика һәм айырым предприятиелар кимәлендә килемдең артыуына килтерергә тейеш. Хөкүмәттең, профсоюздарҙың һәм эш тәҡдим итеүселәрҙең был йүнәлештә башҡарыласаҡ берлектәге әүҙем эшмәкәрлеге халыҡтың йәшәү кимәлен арттырыу мәсьәләләрен хәл итеүҙә йәнә бер мөһим аҙым буласаҡ, тип ышанам, — тине Лилиә Ғүмәрова.

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡушыуы буйынса, республикала 2011 йылдан ойошмалар хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы кимәлен йыл һайын кәм тигәндә 15 процентҡа арттырыу буйынса саралар планы тормошҡа ашырыла. Бынан тыш, 2014 йылға бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы кимәлен 1,5 тапҡырға арттырыу тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйылды.

Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы мәғлүмәттәренә күҙ һалһаҡ, республикала дөйөм эшһеҙлек кимәле 2012 йылдың сентябрь-ноябрь айҙарында 5,5 процентҡа тиклем кәмегән. Йыл башында был күрһәткес 7,7 процентҡа тиң булған. Әммә уртаса Рәсәй кимәленән ул элеккесә юғарыраҡ булып ҡала. Ил буйынса был күрһәткес 5,3 процент тәшкил итә.