4 декабрь, Йәкшәмбе

25 ғинуар 2013 йыл, 14:47

2012 йылда Башҡортостанда 58 яңы балалар баҡсаһы асылды

автор: «Башинформ»

2012 йылда Башҡортостанда 7300 урынға 58 яңы балалар баҡсаһы асылды.

«Үткән йылда республикала 25 яңы балалар баҡсаһы төҙөлдө, — тип хәбәр итте республиканың мәғариф министры Әлфис Ғаязов. – Йәнә 33 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы ҡайтанан профилләштерелгән һәм кире ҡайтарылған биналарҙа асылды. Шулай итеп, бер йыл эсендә 58 яңы балалар баҡсаһында йәмғеһе 7299 урын булдырылды. Бынан тыш, мәктәпкәсә белем биреүҙең альтернатив формалары иҫәбенә тағы 9706 урын индерелде. Һөҙөмтәлә 3-7 йәштәрҙәге сабыйҙар араһында балалар баҡсаларына сират ике тапҡырға – 29008 баланан 14095-кә тиклем кәмене».

Министр билдәләүенсә, республикала бала баҡсаларына сиратты кәметеү буйынса «юл картаһы» әҙерләнгән. Уға ярашлы, 2016 йылға 3-7 йәштәрҙәге сабыйҙар араһында балалар баҡсаларына сиратты тулыһынса бөтөрөү ҡаралған.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2008-2013 йылдарға Башҡортостан Республикаһында мәктәпкәсә белем биреү системаһын үҫтереү республика маҡсатлы программаһы һәм Республика адреслы инвестиция программаһына яршлы, 2012 йылда балалар баҡсаларын төҙөү, реконструкциялау, кире ҡайтарыу һәм ҡайтанан профилләштереү иҫәбенә 52 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһын сафҡа индереү планлаштырылғайны. Ғәмәлдә 58 яңы балалар баҡаһы асылды.

Сағыштырыу өсөн: 2011 йылда балалар баҡсаһын төҙөү һәм реконструкциялау иҫәбенә 3350 урынға 36 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы асылды, 2010 йылда 605 урынға алты яңы балалар баҡсаһы төҙөлдө, бер мең урынға 14 бындай учреждение ҡайтанан профилләштерелде.