Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

26 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республикала 230 меңгә яҡын студент Татьяна көнөн билдәләй

Йәмғиәт

Башҡортостандың юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарында белем алған 230 меңгә яҡын студент бөгөн үҙҙәренең «һөнәри» байрамын – Татьяна көнөн билдәләй. Был байрам бына инде ике быуаттан ашыу билдәләнә, әммә дәүләт кимәлендә ул тик 2005 йылда рәсмиләштерелде.

Башҡортостан студенттары ла байрамдан ситтә ҡалмаясаҡ. БР Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республиканың юғары уҡыу йорттарында әлеге ваҡытта – 160 мең студент, урта махсус уҡыу йорттарында 70 меңгә яҡын кеше белем ала.

Өфө дәүләт авиация техник университетында студенттар Татьяна көнөн саф һауала билдәләйәсәк. Юғары уҡыу йортоноң матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, студенттар ҡаласығы майҙанында (Минһажев урамы) төрлө конкурстар, спорт ярыштары, уйындар һәм күмәкләп сәй эсеү ойоштороласаҡ. Байрам дискотека менән тамамланасаҡ.

Башҡорт дәүләт аграр университетында байрам сараларынан тыш, аҙыҡ-түлек технологиялары факультетында Асыҡ ишектәр көнө үтәсәк. Башлана – 15.30 сәғәттә.

М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында Рәсәй студенттары көнөн театрлаштырылған тамаша менән билдәләйәсәктәр.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть