4 декабрь, Йәкшәмбе

25 ғинуар 2013 йыл, 12:50

«БР Йорт комитеттары союзы» торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса юридик ярҙам күрһәтә

автор: Людмила Терновая

«БР Йорт комитеттары союзы» төбәк йәмәғәт хәрәкәте торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре буйынса юридиҡ ярҙам линияһын асты, тип хәбәр иттеләр «БР Йорт комитеттары союзы»ның матбуғат хеҙмәтенән.

— Төрлө инстанцияларҙа фатир хужаларының хоҡуҡтарын яҡлау өсөн юридик йәһәттән белемле булыу зарур, — тине «БР Йорт комитеттары союзы» йәмәғәт хәрәкәте рәйесе Арсен Нуриджанов. – Шуға күрә бушлай юридик консультациялар ойошторорға булдыҡ. Улар, тәү сиратта, йорт комитеты башлыҡтары өсөн үткәрелә: судтарға ғариза әҙерләү, Дәүләт торлаҡ инспецияһына һәм башҡа ойошмаларға ялыу яҙыу кеүек мәсьәләләр буйынса ярҙам күрһәтәсәкбеҙ.