5 декабрь, Дүшәмбе

25 ғинуар 2013 йыл, 11:18

Төбәктә ҡоролоҡ арҡаһында ауыл хужалығы культураларын етештереү 14,8 процентҡа кәмегән

автор: Эльвира Латипова

2012 йылда Башҡортостанда ауыл хужалығы культураларын етештереү, 2011 йыл йомғаҡтары менән сағыштырғанда, 14,8 процентҡа кәмегән. Бындай мәғлүмәт менән Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса Территориаль органы (Башҡортостанстат) таныштыра.

Бының төп сәбәбе ҡоролоҡ менән бәйле. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, үҫемлекселек продукцияһы күләме 36,3 миллиард һум менән билдәләнә. 2011 йыл йомғаҡтары менән сағыштырғанда, был 67,7 процент тәшкил итә. Малсылыҡ элекке кимәлдә һаҡланып ҡалған: 64,8 миллиард һум (100,2%).

Башҡортостанстат хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, тармаҡта етештерелгән продукцияның 31,2 проценты — ауыл хужалығы ойошмалары, 63,4 проценты – халыҡ хужалыҡтары, 5,4 проценты крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары һәм шәхси эшҡыуарҙар өлөшөнә тура килә. 2011 йылда был күрһәткестәр шул тәртиптә 33,8%, 60,2% һәм 6% тәшкил иткән.