4 декабрь, Йәкшәмбе

25 ғинуар 2013 йыл, 10:36

Башҡортостандың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре Ырымбурҙа III төбәк медиафорумында ҡатнаша

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостандың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре Ырымбурҙа III төбәк медиафорумында ҡатнаша. Евразия берләшмәһе сиктәрендә төрлө эшмәкәрлек өлкәләрендә хеҙмәттәшлек итеү сарала тикшереләсәк төп темаларҙың береһе булып тора.

Медиафорумды ойоштороусылар булып ТНК-ВР компанияһы ярҙамында Ырымур өлкәһе Хөкүмәте сығыш яһай. Унда Берҙәм иҡтисади киңлек формалаштырыу сиктәрендә башҡарылған эште яҡтыртыу буйынса киң мәғлүмәт сараларының эшмәкәрлеге, элекке СССР илдәре араһында хеҙмәттәшлек итеү мәсьәләләрен тикшереү планлаштырыла.

Форум ҡунаҡтарын илдең танылған журналистары, PR-технолгиялар өлкәһендәге белгестәр, алдынғы юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары, Рәсәй Федерацияһы һәм Ҡаҙағстан Республикаһының сәйәси, иҡтисади һәм фәнни берләшмәләре вәкилдәре менән осрашыуҙар көтә.

Медиафорум сиктәрендә оҫталыҡ дәрестәре ойоштороласаҡ, журналистика өлкәһендә «Гәлсәр һыуһар» төбәк наградаһын һәм башҡа приздар тапшырыу тантанаһы үтәсәк.

Сара программаһы бер көнгә иҫәпләнгән, тип хәбәр ителә Ырымбур өлкәһе Хөкүмәте порталында.