11 декабрь, Йәкшәмбе

25 ғинуар 2013 йыл, 10:06

БР Хөкүмәте менән «Хунхуа БДБ» компанияһы араһында хеҙмәттәшлек итеү буйынса ниәттәр тураһында протоколға ҡул ҡуйылды

автор: "Башинформ" | фото: Олег Яровиков

24 ғинуарҙа Республика йортонда Башҡортостан Хөкүмәте менән «Хунхуа БДБ» Рәсәй-Ҡытай компанияһы араһында хеҙмәттәшлек итеү буйынса ниәттәр тураһында протоколға ҡул ҡуйылды, тип хәбәр иттеләр БР Президентының матбуғат хеҙмәтенән. Документҡа яршлы, 2015 йыл аҙағына тиклем Ишембайҙа нефть һәм газ ятҡылыҡтарын тикшереү һәм үҙләштереү өсөн быраулау ҡоролмаларын етештереү буйынса предприятие асыу планлаштырыла. Етештереү күләме йылына яҡынса туғыҙ миллиард һум тәшкил итәсәк. Сәнәғәт линияһы «Витязь» машиналар эшләү компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте биләмәһендә урынлашасаҡ.

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм «Ф.Э.Дзержинский исемендәге «Уралвагонзавод» ғилми-етештереү корпорацияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Олег Сиенко проект мөмкинлектәрен тикшерҙе. Республика етәксеһе билдәләүенсә, яңы производство булдырғанда Башҡортостан Хөкүмәте кәрәкле ярҙам күрһәтәсәк.

Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, «инвесторҙар республика биргән мөмкинлектәр менән ҡыҙыҡһына башланы». «Һүҙ һалым буйынса ташламалар, уңайлы эш шарттары, административ кәртәләрҙе кәметеү хаҡында бара», тип билдәләне ул.

Төп капиталға инвестициялар күләме 250 миллиард һум кимәлендә баһалана. Бер йыл элек был күрһәткес 185 миллиард һум кимәлендә ине. «Яҡшы, тотороҡло үҫеш күҙәтелә», — тип билдәләне республика Президенты. Яңы проект хаҡында Рөстәм Хәмитов, 2014 йылда тәүге һөҙөмтәләр буласаҡ, тигән ышанысын белдерҙе.

«Ф.Э.Дзержинский исемендәге «Уралвагонзавод» ғилми-етештереү корпорацияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Олег Сиенко протоколға ҡул ҡуйғандан һуң журналистарға түбәндәгеләрҙе хәбәр итте: «Завод («Витязь» машиналар эшләү компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте) яңыртыуҙы талап итәсәк. Быға етди әҙерләнергә, проектҡа һалынасаҡ инвестициялар күләмен иҫәпләргә кәрәк». Уның һүҙҙәренсә, Президент менән осрашыуҙа тимер юл дивизионы сиктәрендә Ишембайҙа яңы продукция етештереү буйынса мәсьәлә ҡуҙғатылды. Һүҙ карьерҙарҙа, металлургия һәм башҡа төр сәнәғәт тармаҡтарында ҡулланылған ярмалы йөк ташыу өсөн вагондар етештереү хаҡында бара, тип билдәләне Олег Сиенко.