11 декабрь, Йәкшәмбе

24 ғинуар 2013 йыл, 18:00

Йәрмәкәй районында бала баҡсалары яңыртыла

автор: Әлим Фәйезов

Йәрмәкәй районында бала баҡсаларын яңыртыу буйынса әүҙем эшмәкәрлек алып барыла. Район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бында үткән йылдың йәйендә үк бер нисә ауылдың бала баҡсаларында ремонт эштәре башланған. Һәм Яңы йылға сабыйҙар яңыртылған мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына барған.

Район үҙәге Йәрмәкәй ауылында ике ҡатлы «Әкиәт» һәм «Ҡояшкай» бала баҡсалары биналары тулыһынса ремонтланған: йылытыу һәм канализация системалары яңыртылған, яңы ишектәр, тәҙрәләр ҡуйылған. Уйын бүлмәләре санитар-эпидемиологик талаптарға яуап биргән махсус буяу менән буялған, фойе һәм коридорҙарҙа яңы плитка түшәлгән. Ҡеүәтле һыу йылытыу ҡоролмаһы һатып алынған.

Шундай уҡ эштәр Иҫке Турай ауылының «Ләйсән» мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында башҡарылған. Йылытыу һәм канализация системаларын яңыртыу, иҙәндәрҙе, ишектәрҙе,  тәҙрәләрҙе алмаштырыуҙан тыш, бында яңы ҡыйыҡ ябылған, стеналар ремонтланған. 8 Март ауылында ла бала баҡсаһында ғәҙәттәге ремонт үткәрелгән.

Был маҡсаттарға урындағы бюджеттан – бер миллион һумға яҡын аҡса, республика бюджетынан 9,5 миллион һум бүленгән. Мебель һатып алыуға федераль ҡаҙнанан 325 мең һум күләмендә финанс ярҙам күрһәтелгән. Артабан был мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары балалар өсөн карауаттар, шкафтар, өҫтәлдәр һатып аласаҡ. Йәрмәкәй районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Әбүзәр Мөхәмәтйәнов һүҙҙәренсә, киләһе йылда башҡа ауылдарҙың да бала баҡсаларында капиталь ремонт үткәреү планлаштырыла.