10 декабрь, Шәмбе

24 ғинуар 2013 йыл, 15:55

2013 йылда төбәктә шәкәр сөгөлдөрө сәсеүлектәрен арттырыу планлаштырыла

автор: Галина Бахшиева

Алтай крайы, Брянск, Липецк, Тула һәм Ростов өлкәләре менән бер рәттән Башҡортостанда 2013 йылда шәкәр сөгөлдөрө сәсеүлектәрен арттырыу планлаштырыла. Бындай мәғлүмәт менән Рәсәй Шәкәр етештереүселәр союзы таныштыра.

Шул уҡ ваҡытта Ҡарасәй-Черкес Республикаһында, Краснодар һәм Ставрополь крайҙарында, Воронеж, Рязань, Тамбов һәм Ульяновск өлкәләрендә шәкәр сөгөлдөрө майҙандары, 2012 йыл менән сағыштырмаса, яҡынса 10 процентҡа кәметеләсәк.

Рәсәй Шәкәр етештереүселәр союзының яҡынса мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙең бөтә категория хужалыҡтарында шәкәр сөгөлдөрө сәсеүлектәре 1,047 миллион гектар кимәлендә баһалана. 2012 һәм 2011 йылдар менән сағыштырмаса, был шул тәртиптә 8,4 һәм 19 процентҡа кәмерәк.