Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 61.69 ↓

21 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Төбәктә бизнес-проекттар конкурсында еңеүселәргә гранттар тапшырылды

Йәмғиәт

БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы «Йәштәр проекты — 2012» йәштәр бизнес-проекттары һәм бизнес-идеялары конкурсында еңеүселәрҙе билдәләне. Бәйге Башҡортостанда йәштәрҙе эшҡыуарлыҡҡа йәлеп итеүгә йүнәлтелгән сараларҙы тормошҡа ашырыу сиктәрендә, шулай уҡ һәләтле йәш эшҡыуарҙарҙы асыҡлау һәм уларға финанс ярҙам күрһәтеү маҡсатында үткәрелде.

БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, БР Иҡтисади үҫеш министрлығы, республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, БР Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы һәм башҡа ойошма вәкилдәре проекттарға баһа бирҙе.

Ойоштороу комитетына йәмғеһе 20 бизнес-проект һәм бизнес-идея тәҡдим ителде. Улар, нигеҙҙә, аҙыҡ-түлек продукттары етештереү, малсылыҡ, экология, мәҙәниәт өлкәләренә бәйле.

Конкурста еңеүселәр үҙ бизнесын үҫтереүгә «Иң яҡшы йәштәр бизнес-проекты» номинацияһында – 150 мең һум күләмендә, «Иң яҡшы йәштәр бизнес-идеяһы» номинацияһында 50 мең һум күләмендә гранттар алды.

Еңеүселәрҙең исемдәре БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы сайтында урынлаштырылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть