5 декабрь, Дүшәмбе

24 ғинуар 2013 йыл, 13:11

Республикала үткән йылда биш мең авария теркәлгән

автор: Ольга Мортазина

Үткән йылда, республика прокуратураһы мәғлүмәттәре буйынса, юл-транспорт фажиғәләрендә Башҡортостандан 707 кеше һәләк булған, 6313 кеше йәрәхәт алған. Йәмғеһе биш меңдән ашыу автомобиль аварияһы теркәлгән. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса закондарҙы үтәүгә күҙәтеү барышында прокурорҙар ике меңдән ашыу закон боҙоу осрағын асыҡлаған. Юлдарҙың төҙөклөгө өсөн яуап биргән хеҙмәтләндереү ойошмалары һәм муниципалитеттар йыш ҡына төҙөлөш материалдарын һатып алыуҙы ойоштороу ҡағиҙәләрен боҙған. Республика райондарында лицензияһыҙ эшләгән йәки автодромдары булмаған автомәктәптәр асыҡланған. 2012 йылда прокурорҙар инициативаһы буйынса алкоголле эсемлектәр һәм наркотиктар ҡулланған 300-гә яҡын кешенең водитель праваһы тартып алынған. «700-гә яҡын күрһәтмә индерелгән, уларға ярашлы 959 кеше дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылған. Прокурорҙар ҡарары буйынса 65 кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылған, судтарға бер меңгә яҡын ғариза йүнәлтелгән», — тип хәбәр иттеләр БР Прокуратураһының матбуғат хеҙмәтенән.