6 декабрь, Шишәмбе

24 ғинуар 2013 йыл, 11:08

Өфөлә «Мостай Кәрим» энциклопедияһы нәшер ителәсәк

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостанда «Мостай Кәрим» энциклопедияһы нәшер ителәсәк. Был уникаль китапты «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәтенең мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре әҙерләй. Унда шағирҙың биографияһын, ижадын сағылдырған бер мең ярым тирәһе мәҡәлә, фотоһүрәттәр һәм башҡа материалдар урынлаштырыласаҡ.

«Мостай Кәрим» энциклопедияһы БР Президентының 2006 йылдың 17 ғинуарындағы «Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостафа Сафа улы Кәримовтың (Мостай Кәримдең) иҫтәлеген мәңгеләштереү тураһында»ғы Указына һәм БР Хөкүмәтенең 2006 йылдың 7 ноябрендәге шул уҡ исемле ҡарарына ярашлы нәшер ителә. 2009 йылда ғилми редакция советы составы раҫланды. Әлеге ваҡытта был эшмәкәрлеккә йөҙгә яҡын автор йәлеп ителгән. Улар араһында Башҡортостандан ғына түгел, Мәскәүҙән һәм Рәсәйҙең башҡа ҡалаларынан, шулай уҡ яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән билдәле яҙыусылар, әҙиптәр, журналистар, крайҙы өйрәнеүселәр бар.

Энциклопедияны әҙерләү һәм нәшер итеүгә бер нисә йыл китәсәк. Билдәле бер ваҡыт хаҡында әйтергә иртәрәк әле, тип хәбәр иттеләр «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәтенән.