8 декабрь, Кесе йома

24 ғинуар 2013 йыл, 9:58

Михаил Давыдов Өфө районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнде

автор: Сергей Захаров

23 ғинуарҙа Өфө районы Советы ҡарары менән Өфө районы хакимиәте башлығы вазифаһына контракт буйынса Михаил Давыдов тәғәйенләнде. Әлегә тиклем ул Өфө ҡалаһы Октябрь районы хакимиәте башлығы булып эшләгән.

Михаил Давыдов 1955 йылдың 27 июлендә Стәрлебаш районының Үрге Ҡарамалы ауылында тыуған. Өфө нефть институтын тамамлай. Техник фәндәр кандидаты. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1972 йылда Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводында токарь булып башлай. 1976 — 2001 йылдарҙа Куйбышев тимер юлы Башҡортостан бүлексәһенең Стәрлетамаҡ граждандар ҡоролмалары дистанцияһында водитель, механик, начальник урынбаҫары, начальник булып эшләй.

Артабан БР Төҙөлөш министрлығы Капиталь төҙөлөш идаралығы начальнигының беренсе урынбаҫары, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһының күргәҙмә комплексы директоры, Өфө ҡалаһының Совет районы хакимиәте башлығы урынбаҫары, баш ҡала хакимиәтенең Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы начальнигы, «Өфө ҡалаһының электр транспорты идаралығы» муниципаль унитар предприятиеһының генераль директоры вазифаларын башҡара.

2010 йылдан әлегә тиклем Өфө ҡалаһы Октябрь районы хакимиәте башлығы була.