10 декабрь, Шәмбе

23 ғинуар 2013 йыл, 17:43

Башҡортостан халҡының эш хаҡы йыл эсендә 9,2 процентҡа артҡан

автор: Эльвира Латипова

2012 йылдың ғинуар-ноябрь айҙары йомғаҡтары буйынса Башҡортостанда уртаса номиналь иҫәпләнгән эш хаҡы 19868,1 һум тәшкил иткән. Бындай мәғлүмәт менән Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса Территориаль органы (Башҡортостанстат) таныштыра. Мониторингта шулай уҡ бәләкәй эшҡыуарлыҡ предприятиелары һәм ойошмалары күрһәткестәре иҫәпкә алынған.

Республика халҡының номиналь иҫәпләнгән эш хаҡы, 2001 йылдың ғинуар-ноябрь айҙарындағы күрһәткестәр менән сағыштырмаса, йыл эсендә 14,2 процентҡа артҡан. Ысынында иһә, йәғни ҡулланыу хаҡтары индексын иҫәпкә алғанда, хеҙмәт хаҡы 9,2 процентҡа артҡан.