11 декабрь, Йәкшәмбе

23 ғинуар 2013 йыл, 16:23

Рөстәм Хәмитов Рәсәй төбәктәре башлыҡтарының мәғлүмәти асыҡлыҡ буйынса рейтингында тотороҡло позиция һаҡлай

автор: Алик Шакиров

«Милли мониторинг хеҙмәте» 2012 йылдың декабренә РФ субъекттары башлыҡтарының мәғлүмәти асыҡлыҡ коэффициенты нигеҙендә медиа-рейтингын әҙерләгән.

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов унда 34-се позицияны биләй. Шул уҡ йылдың ноябре менән сағыштырмаса, күрһәткес күпкә үҙгәрмәгән. Ул ваҡытта республика башлығы рейтингта 30-сы урын биләй ине. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Милли мониторинг хеҙмәте» менән әҙерләнгән РФ субъекттары башлыҡтарының 2012 йыл йомғаҡтары буйынса мәғлүмәти асыҡлыҡ коэффициенты нигеҙендә медиа-рейтингында Башҡортостан Президенты 35-се позицияны биләй.

Шул уҡ ваҡытта уның Волга буйы федераль округындағы һәм күрше төбәктәрҙәге ҡайһы бер коллегаларының мәғлүмәти асыҡлыҡ буйынса рейтингы декабрҙә күпкә түбәнәйгән. Шулай итеп, Түбәнге Новгород өлкәһе губернаторы Валерий Шанцев ноябрҙә 44-се урын биләһә, декабрҙә ул 51-се урынға төшкән, Кемерово өлкәһе башлығы Аман Тулеев 49-се урындан 71-се баҫҡысҡа төшкән. Рөстәм Хәмитов менән сағыштырмаса, декабрҙәге медиа-рейтингта юғарыраҡ позицияларға түбәндәге етәкселәр эйә: Һамар өлкәһе губернаторы Николай Меркушкин (28), Ҡурған өлкәһенән Олег Богомолов (16) һәм Киров өлкәһе башлығы Никита Белых (15). Татарстан Президенты Рөстәм Миңнеханов рейтингтың 53-сө баҫҡысын биләй, Мордовия башлығы Владимир Волков – 66-сы, Сыуашстан башлығы Михаил Игнатьев – 42-се, Пермь өлкәһенән Виктор Басаргин – 47-се, Ульяновск өлкәһе етәксеһе Сергей Морозов – 56-сы, Свердловск өлкәһенән Евгений Кувайшев 35-се баҫҡыстарҙа урынлашҡан.

Декабрь һөҙөмтәләре буйынса мәғлүмәти асыҡлыҡ йәһәтенән тәүге өс губернатор иҫәбенә Астрахань өлкәһе губернаторы Александр Жилкин, Вологда өлкәһе башлығы Олег Кувшинников һәм Чечня Республикаһы башлығы Рамзан Ҡадыров ингән.

Рейтинг 500-ҙән ашыу федераль һәм дүрт меңдән ашыу төбәк баҫма – телевидение, радио, баҫма матбуғат, мәғлүмәт агентлыҡтары һәм Интернет-киң мәғлүмәт сараларын тикшереү нигеҙендә әҙерләнгән.