4 декабрь, Йәкшәмбе

23 ғинуар 2013 йыл, 15:03

Туризм, мәҙәниәт һәм спорт менән Башҡортостан халҡы нығыраҡ ҡыҙыҡһына башлаған

автор: Эльвира Латипова

Үткән йылда Башҡортостанда туристик ойошмалар, мәҙәниәт һәм спорт учреждениелары хеҙмәттәре күләме, халыҡҡа күрһәтелгән башҡа түләүле хеҙмәттәр менән сағыштырмаса, ярайһы уҡ артҡан. Бындай мәғлүмәт менән Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса Территориаль органы (Башҡортостанстат) таныштыра.

Шулай итеп, халыҡҡа күрһәтелгән туристик хеҙмәттәр күләме үткән йыл эсендә сағыштырмаса хаҡтарҙа – 15,6 процентҡа (3621,2 миллион һумға тиклем), мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәттәре күләме 18,5 процентҡа (2012 йыл һөҙөмтәһе – 1368,5 миллион һум) артҡан. Физкультура һәм спорт ойошмалары 2012 йылда, үткән йыл менән сағыштырмаса, 9,4 процентҡа күберәк хеҙмәттәр күрһәткән (986,1 миллион һум).

Дөйөм алғанда Башҡортостанда 2012 йылда халыҡҡа түләүле хеҙмәттәр күрһәтеү күләме 183171,3 миллион һум менән баһалана. Сағыштырмаса хаҡтарҙа был 2011 йылғы һөҙөмтәләрҙән ни бары 0,6 процентҡа күберәк.

Түләүле хеҙмәттәр күрһәтеү структураһында коммуналь хеҙмәттәр (22%) – беренсе, транспорт өлкәһе (18,3%) – икенсе, төрлө көнкүреш хеҙмәттәре комплексы өсөнсө урындарҙа килә.