10 декабрь, Шәмбе

23 ғинуар 2013 йыл, 14:30

Төбәктә Сөн һәм Инйәр йылғалары ярҙарын нығытыу планлаштырыла

автор: Галина Бахшиева

2013 йылда Республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә Башҡортостанда халыҡты һәм иҡтисад объекттарын һыу баҫыуҙан һаҡлау буйынса бер нисә сара үткәреү планлаштырыла.

Баҡалыла район хакимиәте башлыҡтары ҡатнашлығындағы зона кәңәшмәһендә Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев хәбәр итеүенсә, 2013 йылда Илеш районында Сөн йылғаһы ярҙары нығытыласаҡ. Был маҡсаттарға республика бюджетынан 20,5 миллион һум аҡса бүленә.

Бынан тыш, быйыл Баҡалы районында Сөн йылғаһының үҙәнен турайтыу һәм ярҙарын нығытыу буйынса эштәр тамамланасаҡ. Финанслау күләме – 9,694 миллион һум.

2013 йылда Республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә финансланасаҡ башҡа объекттар иҫәбендә – Саҡмағош ауылы өсөн ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонын төҙөп бөтөү. Бының өсөн 10 миллион һум аҡса талап ителә.

Йәнә 1,2 миллион һум Ҡырмыҫҡалы районында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонын төҙөү буйынса проектлау эштәрен башлау һәм Архангел районының Оҙондар ауылы янында «Инйәр йылғаһының үҙәнен турайтыу һәм ярҙарын нығытыу» проектлау эштәре буйынса дәүләт экспертизаһы үтеү өсөн кәрәк буласаҡ.