Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.93 ↓

EUR 61.81 ↑

29 март, Шаршамбы

Уфа   °

Республика Хәрби Дан музейында мәктәп уҡыусылары Ленинград блокадаһында ҡатнашыусылар менән осрашасаҡ

Йәмғиәт

29 ғинуарҙа Республика Хәрби Дан музейында мәктәп уҡыусыларының ветерандар менән осрашыуы үтә. Сара Ленинград блокадаһын өҙөүгә 69 йыл тулыуға арнала. Үҫеп килгән быуынды Ленинград блкадаһында ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙҙың батырлығы һәм ҡаһарманлығы өлгөһөндә патриотик рухта тәрбиәләү осрашыуҙың төп маҡсаты булып тора.

Сарала Өфө ҡалаһының Калинин һәм Орджоникидзе райондары ветерандары, спорт йүнәлешендәге 5-се република мәктәп-интернаты, Благовещен ҡалаһының А.Першин исемендәге 4-се дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары, музей хеҙмәткәрҙәре ҡатнашасаҡ.

Ветерандар менән осрашыуҙа Ленинград блокадаһында ҡатнашыусылар сығыш яһаясаҡ, тематик открыткалар, 5-се республика мәктәп-интернаты менән әҙерләнгән әҙәби монтаж тәҡдим ителәсәк, «Ленинград блокадаһы» хроникаль-документаль фильмы күрһәтеләсәк, шулай уҡ музыка мәктәбе уҡыусылары сығыш яһаясаҡ.

Башлана – 12.00 сәғәттә. Тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн телефон: (347) 260-44-64.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть