5 декабрь, Дүшәмбе

23 ғинуар 2013 йыл, 12:29

Өфөлә «Ҡағыҙ бумы!» иғлан ителде

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостанда иғлан ителгән Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы сиктәрендә Өфөлә макулатура йыйыу буйынса «Ҡағыҙ бумы!» акцияһы старт алды. Ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу мәсьәләһенә иғтибар йәлеп итеү, шулай уҡ тәбиғәт ресурстарына һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү акцияның төп маҡсаттары булып тора.

— Көн һайын офис һәм йорттарҙан бик күп ҡағыҙ ҡалдыҡтар сығарып түгелә. Ә улар менән дөрөҫ идара иткәндә, был ҡағыҙҙы тағы ла күп таҡыр файҙаланырға була. Был меңләгән ағасты һаҡлап ҡалыр ине, — тип билдәләне акцияны ойоштороусыларҙың береһе Руслан Хәфизов.

Әлеге ваҡытта «Ҡағыҙ бумы!» Өфө ҡалаһы Киров районының 17 мәктәбендә үткәрелә. Сараның беренсе көнөндә үк Башҡортостан баш ҡалаһының был районында ете тонна макулатура йыйылған. Февралдә эстафетаны Ленин районы ҡабул итәсәк, тип хәбәр итә республиканың Экология порталы.