11 декабрь, Йәкшәмбе

23 ғинуар 2013 йыл, 11:48

Республикала яҙғы баҫыу эштәренә техниканың 80 проценты әҙер

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостанда яҙғы баҫыу эштәренә тракторҙарҙың 80 проценты әҙер. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөнгө көнгә йәмғеһе 16750 тракторҙың 13344-е төҙөк хәлдә.

Ремонтлау миҙгеле башланғандан алып, йәғни 2012 йылдың 1 октябренән төбәктә яҡынса 3600 трактор ремонтланған, Башҡортостан Хөкүмәте бойороғо менән билдәләнгән планға ҡарата был 86 процент тәшкил итә.

Культиваторҙар, сәскестәр һәм сәсеү комплекстарының яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек кимәле бөгөнгө көнгә 80 проценттан ашыуыраҡ тәшкил итә. Бер йыл элек был күрһәткес өс-биш процентҡа түбәнерәк ине.

Министрлыҡта билдәләүҙәренсә, ауыл хужалығы техникаһын әҙерләү темптары әлеге кимәлдә һаҡланһа, республика хужалыҡтары 2013 йылғы яҙғы баҫыу эштәренә тулы әҙерлек менән тотонасаҡ.