10 декабрь, Шәмбе

23 ғинуар 2013 йыл, 11:19

Башҡортостанда «Рәсәйгә һәр бала мөһим» проекты старт алды

автор: Людмила Терновая

Кисә Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Рәсәйгә һәр бала мөһим» проекты старт алды. Дөйөм федераль проектты тормошҡа ашыра башлау хаҡында партияның төбәк сәйәси советы Президиумының быйылғы тәүге ултырышында иғлан ителде, тип хәбәр итә ER.RU. Проекттың төбәктәге координаторы итеп Башҡортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Милана Скоробогатова бер тауыштан һайланды.

— Бөгөнгө көнгә Рәсәйҙә балаларҙы яҡлау буйынса бер нисә ярайһы уҡ көслө программа эшләп килә, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Милана Скоробогатова. – Бөгөн беҙ йәнә бер проектҡа старт бирәбеҙ. Ул — «Рәсәйгә һәр бала мөһим» тип аталған дөйөм федераль партия проекты. Республикала әлеге проект һөҙөмтәле тормошҡа ашырылыр, тип ышанам. «Берҙәм Рәсәй» үҙ өҫтөнә лидер, координатор, партнер һәм дипломат ролен ала. Етем балалар проблемаларын хәл итеү өсөн, ул бөтә власть органдары менән диалог алып барасаҡ.

«Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе секретары Константин Толкачев Милана Скоробогатоваға бындай мөһим һәм яуаплы проектты үҙ ҡулына алырға ризалыҡ белдергәне өсөн рәхмәт әйтте һәм эшендә уңыштар теләне.